7 декабрь, Шаршамбы

08 август 2012 йыл, 11:39

Республиканың эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарын «Уңыш» конкурсы көтә

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары йыл һайын үткәрелеп килгән «Уңыш» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға саҡырыла. Сараны ойоштороусы булып «Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһай.

Конкурс ике этапта үткәрелә, ул еңеүселәрҙе «Алтын ҡош» йәмәғәт премияһы менән наградлау тантанаһы менән тамамланасаҡ.

Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшҡыуарлыҡ башланғыстарын тормошҡа ашырыуға, Рәсәй Федерацияһы субъекттарында иң яҡшы эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттә танылыу табыуына булышлыҡ итеү, тәжрибә уртаҡлашыу, киң мәғлүмәт саралында эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарҙың проблемаларын яҡтыртҡан иң яҡшы журналистарҙы билдәләү бәйгенең төп маҡсаттары булып тора.

Конкурс номинациялары араһында — «Ҡатын-ҡыҙҙың ролен күтәреүгә булышлыҡ итеүсе социаль йүнәлештәге эшҡыуарлыҡта ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡатнашыуы буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге, муниципаль берәмеге, районы, ҡалаһы», «Халыҡ хужалығы өлкәһендә ҡатын-ҡыҙ етәкләгән иң яҡшы тармаҡ, ойошма, предприятие, структура подразделениеһы», «Рәсәй эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарының иң яҡшы вәкиле» һәм башҡалар.

Документтар 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә.