10 декабрь, Шәмбе

08 август 2012 йыл, 11:02

Өфөлә «Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы иле» фестивале үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

25-26 августа Өфөлә «Аҡбуҙат» алдындағы асыҡ майҙанда «Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы иле» фестивале үтә. Үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияны тәҡдим итеү, халыҡты сифатлы умартасылыҡ продукттары менән тәьмин итеү, республиканың баш ҡалаһы менән Башҡортостан райондары араһында эшлекле һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу сараның төп маҡсаты булып тора.

Фестиваль программаһы сиктәрендә 25 августа XII Республика умартасылар конкурсы, VI «Йәш умартасы» республика конкурсы һәм «Баллы Башҡортостан» күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторола.

Фестивалде асыу тантаныһы 25 августа 10 сәғәттә башлана.