9 декабрь, Йома

07 август 2012 йыл, 16:54

Башҡортостан Президенты страховкалау компаниялары етәкселәре менән осрашты

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Белгестәр фекеренсә, ғәҙәттән тыш хәл режимын Башҡортостандың күпселек райондарында иғлан итергә тура киләсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың 18 районында бындай режим индерелгән дә инде.

Шул уҡ ваҡытта 2012 йылда төбәктә сәсеүлек майҙандарының ни бары 180 мең гектары, йәғни алты процентынан әҙерәге страховкаланған. Страховкалау суммаһы 1,4 миллиард һум тәшкил итте.

— Башҡортостандың ауыл хужалығы һуңғы йылдарҙа аномаль һауа шарттары арҡаһында ҙур юғалтыуҙар кисерә. Һуңғы дүрт йыл эсендә 2011 йыл ғына ауыл хужалығы производствоһы йәһәтенән уңышлы булды. 2012 йыл да шулай уҡ ҡоро булды, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов страховкалау компаниялары етәкселәре менән кәңәшмәлә. Республика башлығы һүҙҙәренсә, 2012 йылда юғалтыуҙар 500 мең гектарҙа теркәлгән.

— Республиканың 46 районында ҡоролоҡ күҙәтелә. Шул арҡала, 18 райондан тыш, ҡалған 28 районда ла ғәҙәттән тыш хәл тураһында иғлан итергә мәжбүр буласаҡбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Алдағы ҡоро йылдарҙағы кеүек үк, дәүләт аномаль һауа шарттары арҡаһында зыян күргән аграрийҙарға ярҙам итеүен дауам итәсәк, тине Президент. Уның һүҙҙәренсә, бындай ярҙам күләме быйыл да бер нисә миллиард һум тәшкил итәсәк. Әммә дәүләт ярҙамы бер туҡтауһыҙ була алмай. Шуға күрә бөгөн илдә ауыл хужалығын страховкалау мәсьәләһе йышыраҡ яңғырай башланы.

— Агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлеген страховкалау – ауыл хужалығы производствоһы системаһын финанс-кредит йәһәтенән тәьмин итеүҙең, уның тотороҡлолоғоноң кәрәкле инструменты. Әммә, беҙ уны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡулланмайбыҙ. Ауыл хужалығын страховкалауҙы үҫтереү бөгөн бер нисә фактор арҡаһында тотҡарлана. Улар араһында – аграрийҙарҙың түләүгә һәләте түбән булыуы, уларҙа әйләнештәге средстволарҙың булмауы, әммә иң мөһим фактор – ул страховкалау компанияларының йыш ҡына төрлө юлдар табып страховканы түләүҙән ҡасыуы, — тине Рөстәм Хәмитов.

Президент фекеренсә, ауыл хужалығын страховкалауҙы үҫтереү өсөн ауыл хужалығы етештереүселәренең страховкалау системаһына ышанысын нығытыу зарур.

Бынан тыш, страховкалау суммаларын билдәләү механизмдарын камиллаштырырға, тарифтарҙы айырырға кәрәк. Дөйөм алғанда, ауыл хужалығын страховкалау баҙарында конурентлыҡты үҫтереү һәм, әлбиттә, ауыл эшсәндәренең финанс, юридик белемен арттырыу зарур.

— Страховка баҙарында беҙгә ғәҙел, асыҡ уйын шарттары кәрәк, улар республиканы, уның граждандарын туйҙырған кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән булырға тейеш, — тип тамамланы Рөстәм Хәмитов.