Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Бер көн эсендә өфөлөләр 49 литр ҡан тапшырған

Йәмғиәт

4 августа Өфөлә үткән «Донор шәмбеһе» акцияһы сиктәрендә Республика ҡан тапшырыу станцияһында 49 литр ҡан тапшырылған.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акцияла йәмғеһе 109 кеше ҡатнашҡан, уларҙың 93-ө ҡан тапшырған.

Белгестәр һүҙҙәренсә, ҡан һәм уның компоненттары хирургик операциялар, шулай уҡ ҡан ауырыуҙарын дауалау өсөн кәрәк. Дауалау учреждениеларында ҡан һәм уның компоненттары менән өҙөклөктәр килеп тыумаһын өсөн, һәр мең кешенең 40-60-ы донор булырға тейеш. Рәсәйҙә һәр мең кешегә — 11-ҙән аҙ ғына ашыуыраҡ, Башҡортостанда 19 донор тура килә.

2012 йылдың алты айында республикала 21 мең литрҙан ашыу ҡан тапшырылған, дауалау учреждениеларына 6 литрҙан ашыу ҡан ебәрелгән.

Теги: донорҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть