Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65 ↓

EUR 69.07 ↑

23 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

«500 ферма» республика программаһына Башҡортостандың йәнә алты хужалығы ҡушылды

Иҡтисад

Әлеге ваҡытта «Һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» республика маҡсатлы программаһында ҡатнашыусылар һаны 37-гә етте.

Көн элгәре бер юлы алты предприятие ҡатнашыусы статусын алды. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында үткән конкурс нигеҙендә һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса программаға Ҡырмыҫҡалы районының «Артемида» тоҡомсолоҡ хужалығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Баҡалы районының «Красная Звезда» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Балаҡатай районының «Лидер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы, Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхозы ауыл хужалығы етештереү кооперативы, «Ергән МТС-ы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте индерелде.

Эксперттар фекеренсә, Башҡортостанда был комплекслы программаны тормошҡа ашырыу төбәктең малсылыҡ объекттары эшмәкәрлеген бөтөнләй яңы кимәлгә сығарасаҡ. Шул уҡ ваҡытта һөт малсылығының сифат күрһәткестәре артасаҡ, сығымдар ҡулайлаштырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть