3 декабрь, Шәмбе

07 август 2012 йыл, 12:46

Башҡортостанда хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме – 8610,5 һум

автор: Галина Бахшиева

2012 йылдың 1 июленә ҡарата хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме республикала 8610,5 һум тәшкил итте.

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы (Башҡортостанстат) мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта төбәктә 1,075 миллиондан ашыу пенсионер йәшәй, уларҙың 308 меңдән ашыуы хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә.

Республика пенсионерҙарының дөйөм һанынан 980,7 мең кеше хеҙмәт пенсияһы ала. Уның уртаса күләме 8849,3 һумға тиң.

Йәнә 94,4 мең кеше – дәүләт пенсияһы (уртаса күләме 6130,1 һум), уларҙың күпселеге, йәғни 90,4 меңе социаль пенсия (уртаса күләме 5952,4 һум) ала.