10 декабрь, Шәмбе

07 август 2012 йыл, 12:08

Йыл башынан республикала хеҙмәт биржаһы ярҙамында 51 меңдән ашыу кеше эшкә урынлашҡан

автор: Галина Бахшиева

2012 йылдың алты айында республикала хеҙмәт биржаһы ярҙамында 51 меңдән ашыу кеше эшкә урынлашҡан.

БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡыт эсендә тейешле эш эҙләүҙә булышлыҡ итеү үтенесе менән 69 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Төрлө дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү үтенесе менән ағымдағы йылдың тәүге ете айында Башҡортостандың халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә йәмғеһе 222 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән.

Хеҙмәт биржаһы күрһәткән хеҙмәттәр араһында – һөнәри йүнәлеш биреүҙә ярҙам итеү (54 меңдән ашыу кеше), шулай уҡ хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә уҡытыу (алты меңгә яҡын кеше).