Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

БР буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар ҡабул ителәсәк

Йәмғиәт

10 августа БР буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә билдәле бизнесмен, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Башҡортостан татарҙары» йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Рәмил Бигнов һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәттәрҙе тикшереү идаралығы начальнигы полиция подполковнигы Владислав Ситдиҡов граждандарҙы ҡабул итәсәк.

— Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре эшмәкәрлеге йәмәғәтселек менән хоҡуҡ һаҡлау органдарының үҙ-ара килешеп эш итеү формаһы булып тора. Йәмәғәт советы ағзалары БР буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге менән берлектә граждандарҙы ҡабул итә, йәмәғәтселек менән килешеп эш итеү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә.

Граждандар менән осрашыу Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 7 адресы буйынса 15 сәғәттән 17-гә тиклем БР буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә үтә.

Алдан яҙылыу өсөн телефон: (347) 279-40-93.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть