9 декабрь, Йома

07 август 2012 йыл, 11:29

Төбәктә эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә федераль бюджеттан 350 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк

автор: Любовь Колоколова

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 2 авгусындағы бойороғо менән РФ субъекттары бюджеттарына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтеләсәк субсидиялар бүлеү тәртибе раҫланды.

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты РФ субъекттарын һайлап алыу буйынса конкурста йыл һайын ҡатнаша. Ағымдағы йылда конкурс һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың Дәүләт комитеты менән әҙерләнгән туғыҙ заявкаһы хупланды, дөйөм суммаһы — 353,861 миллион һум, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Быйыл да субсидиялар эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыуға монопрофилле муниципаль берәмектәргә, йәғни моноҡалаларға бүленәсәк.

Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, муниципаль программаларға ярҙам күрһәтеүгә быйыл федераль бюджеттан 172 миллион һум аҡса бүленәсәк, былтырғыға ҡарағанда был 22 процентҡа күберәк.

Муниципаль программаларға ярҙам күрһәтеү өсөн субсидиялар ике йүнәлеш буйынса бүленә: лизинг түләүҙәренең бер өлөшөн субсидиялау, шул иҫәптән лизинг килешеүҙәре буйынса беренсе иғәнә өсөн түләү; бизнесты аяҡҡа баҫтырыуҙың башланғыс стадияһында бләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын субсидиялаштырыу.

Ғәҙәттә лизинг түләүҙәренең бер өлөшөн субсидиялау, шул иҫәптән беренсе иғәнә өсөн түләү ярҙамында лизингты үҫтереүгә финанс ярҙам күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бүленә. 2012 йылда был ярҙам төрө яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға гранттар менән киңәйтелде (максималь күләме – 1 миллион һум). Федераль средстволар шулай уҡ йәштәр эшҡыуарлығы субъекттарына – студенттарға һәм һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларға гранттарға бүленде.