4 декабрь, Йәкшәмбе

07 август 2012 йыл, 10:02

Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары уңышы төбәктә яртылаш йыйып алынған

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 868 мең гектар майҙанда сабылған. Уңыштың яртыһы тиерлек әле йыйылмаған. Уртаса уңыш гектарынан 11,5 центнер тәшкил итте. Шул уҡ ваҡытта республикала әлегә 948 мең тонна иген йыйып алынған.

Стәрлетамаҡ районы ауыл хужалығы етештереүселәре яҡшы күрһәткестәргә ирешә, унда иген 47 мең гектар майҙанда сабылған (67 процент), 54,2 мең гектарҙа һуғылған (65 процент). Шулай уҡ Ауырғазы, Көйөргәҙе, Мәләүез райондары хужалыҡтары ла был йәһәттән яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә.

Һуғылған иген күләмдәре буйынса Стәрлетамаҡ игенселәре алдынғылыҡты бирмәй – улар 78 мең тоннанан ашыу иген әҙерләгән, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.