5 декабрь, Дүшәмбе

07 август 2012 йыл, 9:29

Республикала Швеция Короллеге көндәре үтәсәк

автор: Сергей Захаров

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов 5-9 сентябрҙә Башҡортостанда Швеция Короллеге көндәрен үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Швеция көндәре» республикала тәүгә үтәсәк. Башҡортостан һәм Швеция компаниялары араһында эшлекле бәйләнештәр булдырыу, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, Швецияның иҡтисад, мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф һәм туризм өлкәләрендәге ҡаҙаныштары менән танышыу сараның төп маҡсаты булып тора.

Сараны ойоштороусылар булып Швецияның Рәсәйҙәге Илселеге, Швеция сауҙа советы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһаясаҡ.

Өфөгә Швеция делегацияһының килеүе көтөлә, уның составына Илселек хеҙмәткәрҙәре, Швецияның алдынғы компаниялары вәкилдәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар инәсәк. Сара сиктәрендә виза үҙәген асыу тантанһы үтә, унда Швецияға виза алып буласаҡ.  

«Швеция көндәре» программаһы «Родина» кинотеатрында «Швеция киноһы аҙналығы»н үткәреүҙе үҙ эсенә ала. Тамашасылар әлеге илдең ете заманса нәфис фильмын ҡарай аласаҡ.

Башҡорт дәүләт университетында Швеция тарихы һәм мәҙәниәте буйынса лекциялар планлаштырыла. 7-9 сентябрҙә «Швеция көндәре» «МЕГА» сауҙа үҙәгендә үтә.

7 сентябрҙә Өфөлә ҡалаларҙың тотороҡло үҫеш концепцияһына арналған SymbioCity семинары ойошторола. Унда ҡалаларҙы комплекслы үҙләштереү, энергияны һаҡсыл һәм һөҙөмтәле файҙаланыу һәм башҡа мәсьәләләр тикшереләсәк. Семинар сиктәрендә Швецияның был өлкәлә күптән эшләгән компаниялары тәжрибә уртаҡлашасаҡ.