7 декабрь, Шаршамбы

06 август 2012 йыл, 17:33

Төбәктә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы - 12999,8 һум

автор: Галина Бахшиева

Ағымдағы йылдың тәүге алты айында дәүләт һәм муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы 2011 йыл менән сағыштырмаса 11,5 процентҡа артты һәм 12999,8 һум тәшкил итте.

Шулай итеп, республиканың дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 10,2 процентҡа артып, хәҙер 14501,9 һум тәшкил итә, муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы иһә 12 процентҡа артты (11985 һум).

Иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы түбәндәгесә билдәләнде: мәғариф өлкәһендә эш хаҡы 11,7 процентҡа артып, 11988 һум тәшкил итте, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә — 13,6 процентҡа (16071 һум), мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларында — 9,4 процентҡа (9429 һум), социаль сәйәсәт өлкәһендә — 6,4 процентҡа (9550 һум), йәштәр сәйәсәте өлкәһендә — 10,2 процентҡа (8746 һум) һәм спорт өлкәһендә 6 процентҡа артты (10099 һум). Был хаҡта БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.