Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте менән тулыһынса үҙе етәкселек итәсәк

Сәйәсәт

6 августан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте менән тулыһынса үҙе етәкселек итәсәк.

Төбәк башлығы бөгөн БР Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышында хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән етәкселек итеүҙе ул үҙ өҫтөнә аласаҡ. Шулай итеп, Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты булараҡ республиканың башҡарма власына дөйөм етәкселек итеүҙән тыш, республика Хөкүмәте эшмәкәрлегенә лә идара итәсәк.

Башҡортостан Президенты үҙенең ҡарарын донъя иҡтисадындағы, шулай уҡ республика аппаратындағы кире күренештәр булыуы, Хөкүмәт эшмәкәрлегендә йылдамлыҡ һәм креативлыҡ булмауы менән дәлилләне. Республика Хөкүмәте заманса, компактлы, йылдам булырға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул һәм, был үҙгәрештәр Башҡортостандың дәүләт идаралығын реформалаштырыуҙың беренсе этабын билдәләй, тине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть