8 декабрь, Кесе йома

06 август 2012 йыл, 12:08

Өфөлә республика мәктәптәренең дин өйрәнеүҙе индереүгә әҙерлеге тикшереләсәк

автор: Людмила Терновая

22 августа Өфөлә Мәғарифты үҫтереү институты нигеҙендә «Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү учреждениеларының «Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре» комплекслы белем биреү курсын индереүгә һәм тормошҡа ашырыуға әҙерлеге» исемле түңәрәк өҫтәл үтә. Унда республиканың Мәғариф министрлығы, Өфө епархияһы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Сарала республиканың дөйөм белем биреү мәктәптәрендә комплекслы уҡытыу курсын индереүҙең норматив-хоҡуҡи базаһы, белем биреү процесын методик оҙатыу, «Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре» курсын тормошҡа ашырыуҙа ата-әсәләрҙең ҡатнашыуы, дөйөм белем биреү системаһының дини ойошмалар менән килешеп эш итеүе һәм башҡа темалар тикшереләсәк.