6 декабрь, Шишәмбе

06 август 2012 йыл, 10:57

Төбәктә эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре буйынса курстар башлана

автор: Любовь Колоколова

3-28 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты Башҡорт дәүләт аграр университеты менән берлектә яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн ҡыҫҡа сроклы белем биреү курстарын үткәрә.

Курстарға республиканың Архангел, Иглин, Ҡырмыҫҡалы Өфө, Шишмә райондарында йәшәүсе киләһе категория граждандары саҡырыла: уҡыу йорттарының сығарылыш курс студенттары, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүсе эшһеҙҙәр, эштән сығарыу ҡурҡынысы янаған граждандар, шулай уҡ быйыл үҙ эштәрен асҡан йәки 2010-2011 йылдарҙа бизнестың башланғыс стадияһында субсидия формаһында финанс ярҙамы алған эшҡыуарҙар.

Уҡытыу программаһына бухгалтер иҫәбе һәм һалым, бизнесты планлаштырыу һәм бизнес-план төҙөү методикаһы, фирма иҡтисадында маркетинг роле һәм әһәмиәте, предприятиены ойоштороу ҡағиҙәләре һәм башҡа дәрестәр индерелгән.

Программа тамамланғас, барыһына ла билдәләнгән өлгөләге танытмалар тапшырыласаҡ.