8 декабрь, Кесе йома

06 август 2012 йыл, 10:05

Республикала мәғариф буйынса август кәңәшмәһенә әҙерлек бара

автор: Арина Рәхимҡолова

Мәғариф буйынса август кәңәшмәһе быйыл 11 августа Стәрлетамаҡта үтә. Сара «Республикала белем биреү: кешегә һәм төбәктең киләсәгенә инвестициялар» девизы аҫтында үткәрелә.

Кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы етәкселеге, төбәктең ведомство һәм министрлыҡ етәкселәре, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренең мәғариф идаралығы органдары башлыҡтары, һөнәри белем биреү учреждениелары етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Сараның пленар өлөшө алдынан төрлө йүнәлештәр буйынса фекер алышыу майҙансыҡтары ойошторола. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла «Төбәк белем биреү системаларын яңыртыу проекты — «Беҙҙең яңы мәктәп» милли мәғариф инициативаһының стратегик йүнәлештәренә ирешеү алымдары» темаһын тикшерәсәк.

Шулай уҡ август кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар өсөн белем биреү учреждениелары нигеҙендә махсус маршруттар ойоштороласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.