Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың ете районында мал аҙығы культуралары йыйып алынған

Иҡтисад

Ейәнсура һәм Хәйбулла райондары аграрийҙары ошо көндәрҙә күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәрҙе сабып алыуҙы тамамлаған. Шулай итеп, әлеге ваҡытта был эштәр Башҡортостандың ете районында тамамланған.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, мал аҙығы культуралары 908 мең гектар майҙанда сабып алынған, был планға ҡарата 82 процент тәшкил итә. Шулай уҡ 503 мең тонна бесән (70 процент), 1267 мең тонна сенаж (57 процент) һәм 102 мең тонна силос (6 процент) әҙерләнгән.

Әлеге ваҡытта республикала уртаса алғанда бер шартлы мал башына иҫәптә 13,7 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән. Бәләбәй, Борай, Краснокама һәм Яңауыл райондары хужалыҡтары ҡышҡылыҡҡа яҡшы запас туплаған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть