Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Республика йәштәре делегацияһы Германияға барасаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре делегацияһы Германияға барырға әҙерләнә. MULTI Халыҡ-ара программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 11 кеше Оберхаузен ҡалаһына визит менән юл тотасаҡ.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика делегацияһы Европаның белем биреү, һаулыҡ һаҡлау һәм үҫеп килеүсе быуындың ялын ойоштороу системалары менән танышыу маҡсатында Германияға йыл һайын бара.

Әлеге программа 2006 йылдан алып тормошҡа ашырыла һәм ике яҡлы хеҙмәттәшлек тәҡдим итә. Шулай итеп, былтыр йәй Башҡортостан үҫмерҙәренең ғаиләләрендә Германия уҡыусылары ҡунаҡ булды. Проектта 19 йәшкә тиклемге әүҙем, инициативалы, немец йәки инглиз телен өйрәнгән егет һәм ҡыҙҙар ҡатнаша ала.

Визит сиктәрендә Башҡортостан йәштәрен башҡа ил делегациялары менән танышыу, Оберхаузен буйлап экскурсия, төрлө конкурстар, матбуғат конференциялары көтә.

Киләһе йылда был программала ҡатнашыу өсөн БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына 8(347)251-57-19 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть