9 декабрь, Йома

03 август 2012 йыл, 12:40

Алдағы ял көндәрендә төбәктә эҫе буласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда эҫе буласаҡ. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала көндөҙ – 30-32 градус, төндә 15-17 градус йылы була.

Шул уҡ ваҡытта көндәрҙең аяҙлы-болотло булыуы, ваҡыты менән ямғыр яуыуы ихтимал. Бындай һауа торошо киләһе аҙнала ла һаҡланасаҡ.

темалар: һауа торошо