Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Дим районында заманса көндөҙгө стационар асылды

Йәмғиәт

Өфөнөң Дим районында 47-се ҡала поликлиникаһының яңы көндөҙгө стационары сафҡа индерелде.

Дауалау-профилактика учреждениеһы корпусын асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты. Уның һүҙҙәренсә, ағымдағы йылда социаль һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә объекттар төҙөү күләме совет осорондағы иң яҡшы йылдар күрһәткестәренә ҡарағанда юғарыраҡ.

– Тәүгә бындай объекттарға ҙур средстволар бүленә. Быйыл ҡалала 10 яңы бала баҡсаһы асыласаҡ. Әлегә тиклем айырымланып тигәндәй йәшәгән райондар, шул иҫәптән Шакша, Максимовка, Дим биҫтәләре халҡы ыңғай үҙгәрештәрҙе тойһон өсөн күп көс һалына. 47-се поликлиниканы артабан да үҫтерәсәкбеҙ, — тине Ирек Ялалов.

Заманса стационар өлкәндәрҙе һәм балаларҙы дауалау һәм уларға диагностика үткәреү өсөн яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Бөгөн 47-се поликлиника Дим районында берҙән-бер муниципаль күп профилле дауалау учреждениеһы булып тора. Унда 65 меңдән ашыу кешегә, шул иҫәптән балаларға ярҙам күрһәтелә. Заманса стационар – Дим районында һуңғы йылда сафҡа индерелгән өсөнсө һаулыҡ һаҡлау объекты. Шулай итеп, 2011 йылдың ноябрендә поликлиниканың яңы корпусы асылды, ә 2012 йылдың мартында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы үҙ ишектәрен асты, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть