Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика баш ҡалаһында йәштәргә 1500 вакансия тәҡдим ителде

Иҡтисад

Өфөлә үткән вакансиялар йәрминкәһендә йәштәргә эш тәҡдим итеүселәр менән 1500-гә яҡын буш эш урыны тәҡдим ителде. Вакантлы урындар араһында – инженер-техник белгестәр, банк хеҙмәткәрҙәре, менеджер, промоутер вазифалары, шулай уҡ эшсе һөнәрҙәре.

Бынан тыш, йәрминкәлә ҡатнашыусы ҡайһы бер эш тәҡдим итеүселәр йәштәргә эш урынында белем алыу мөмкинлеге булған специальностар тәҡдим итте.

— Йәштәр йәрминкәһендә 700 кеше ҡатнашты. Уларҙың яртыһы тиерлек эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты. Һөҙөмтәлә яҡынса 100 егет һәм ҡыҙ эшкә саҡырыу алды, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн аҙаҡҡы, «йәйге» вакансиялар йәрминкәһе 23 августа үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть