5 декабрь, Дүшәмбе

03 август 2012 йыл, 11:07

Өфөнөң юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары өйлө булды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Өфө хакимиәте

Өфөнөң Киров районында баш ҡаланың юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары өсөн торлаҡ йорт сафҡа индерелде. Объектты асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге йортто төҙөү барышында ҡала властары ер бүлеү һәм инженерлыҡ селтәрҙәренә тоташтырыуҙы тиҙләтеү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам иткән.

— Өфө өсөн был мөһим ваҡиға булып тора. Үҙенсәлекле маяҡ булараҡ, ул барлыҡ бизнес-берләшмәгә, беҙҙең тәбиғи монополияларға, предприятиеларға илдәге иҡтисади һәм финанс ауырлыҡтарға ҡарамай хеҙмәткәрҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен уңышлы хәл итеп булыуын күрһәтә, — тине Ирек Ялалов. – Хакимиәт артабан да ярҙам итергә әҙер.

14 ҡатлы һәм 89 фатирлы йортта Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡорт дәүләт университеты, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы һәм башҡа юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары йәшәйәсәк.

Бындай тәжрибәне артабан да дауам итеү планлаштырыла, һәм киләһе йорттоң Өфөнөң Сәғит Агиш урамында төҙөлөүе ихтимал.