9 декабрь, Йома

03 август 2012 йыл, 10:39

Баш ҡалала йорттарға һәм ихаталарға капиталь ремонт үткәреүгә йыл башынан 308,1 миллион һум тотонолған

автор: Любовь Колоколова

2012 йылға күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса адреслы программаға ярашлы Өфөлә Федераль Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды менән эшләү дауам итә.

Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, программаның беренсе этабын өлөшләтә финанслау күләме 429 миллион һум тәшкил итә, шул иҫәптән Фонд средстволары – 286,7 миллион, ҡала бюджеты стредстволары – 104,7 миллион, фатир хужалары средстволары – 37,6 миллион. Программаның икенсе этабын өлөшләтә финанслау күләме – 16 миллион һум, шул иҫәптән Фонд средстволары – 11,1 миллион, Өфө бюджеты стредстволары – 4,1 миллион, фатир хужалары средстволары – 0,8 миллион.

Адреслы программа сиктәрендә беренсе этапта – 47, икенсе этапта 2 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла.

Бынан тыш, 2012-2015 йылдарға лифттарҙы алмаштырыу һәм яңыртыу буйынса республика адреслы программаһы сиктәрендә Өфөлә быйыл 176 лифтты алмаштырыу планлаштырыла.

Баш ҡалала шулай уҡ Күп фатирлы йорт ихаталарына һәм уларға илткән юлдарға капиталь ремонт үткәреү буйынса адреслы программа эшләп килә. Уны тормошҡа ашырыуға ҡушып финанслау сиктәрендә алдағы йылға 543,3 миллион һум ҡаралған, уларҙан Башҡортостан бюджетынан субсидиялар – 531,8 миллион, ҡала бюджетынан 11,5 миллион һум тәшкил итә.

Бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә йыл башынан торлаҡ йорттарға, йорт ихаталарына һәм йорттарға илткән юлдарға капиталь ремонт үткәреү буйынса эштәр 308,1 миллион һумға башҡарылған. Был хаҡта Өфө хакимиәтенең иҡтисад идаралығынан хәбәр иттеләр.