Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы университет статусын алды

Йәмғиәт

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең 2012 йылдың 25 июлендәге 941-се бойороғо менән Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһына университет дәүләт статусы бирелде, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына ректор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, профессор Наталья Солодилова.

— Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының статусын күтәреү сервис өлкәһендә өҙлөкһөҙ белем биреү университет комплексын формалаштырырға, шулай уҡ юғары, юғары уҡыу йортонан һуң һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу сифатын яҡшыртырға, программалар спектрын киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк. Был яңы сервис секторҙарын үҫтереүгә һәм республиканың конкурентлыҡҡа һәләтен арттырыуға булышлыҡ итәсәк, — тип аныҡлыҡ индерҙеләр юҡары уҡыу йортонан.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть