9 декабрь, Йома

02 август 2012 йыл, 17:08

Төбәктең биш районында күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәр сабып алынған

автор: Арина Рәхимҡолова

Көн элгәре төбәктең күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәрҙе сабып алыу буйынса ике лидерына йәнә өс район ҡушылды. Улар – Асҡын, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондары. Хәҙер мал аҙығы культуралары Башҡортостандың биш районында сабып алынған.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә мал аҙығы культураларын сабып алыу майҙандарҙың 80 процентында (890 мең гектарҙа) тамамланған. Урып йыйыу барышында йәмғеһе 496 мең тонна бесән әҙерләнгән, был планға ҡарата 70 процент тәшкил итә. Шулай уҡ 1260 мең тонна сенаж (57 процент) һәм 83 мең тонна силос (5 процент) әҙерләнгән.

Дөйөм алғанда республика аграрийҙары 667 мең тонна мал аҙығы берәмеге әҙерләгән, был бер шартлы мал башына 13, 5 центнер мал аҙығы берәмегенә тиң.