9 декабрь, Йома

02 август 2012 йыл, 14:43

Өфөлә икенсе «Һөт иле» Бөтә Рәсәй фестивале үтәсәк

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 8 сентябрҙә Өфөлә «Һөт иле — 2012» Бөтә Рәсәй фестивален үткәреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Сәләмәт туҡланыуҙы пропагандалау, һөт аҙыҡтарын ҡулланыу мәҙәниәтен тергеҙеү һәм ҡулланыусылар баҙарын үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы һөт продукцияһы менән тулыландырыу байрамдың төп маҡсаты булып тора.

Сараны ойоштороусылар булып Милли һөт етештереүселәр союзы, «Башҡортостандың һөтсөлөк союзы» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм һөтсөлөк тармағы предприятиелары сығыш яһай. Фестивалгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса эштәрҙе координациялау төбәктең Ауыл хужалығы министрлығына йөкмәтелде.

Фестивалдә ҡатнашыуға һөт һәм һөт аҙыҡтарын етештереүселәрҙе, шулай уҡ Башҡортостандың һәм Рәсәйҙәге башҡа субъекттарҙың сауҙа ойошмаларын йәлеп итеү планлаштырыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә беренсе һөт байрамы Башҡортостан баш ҡалаһында 2011 йылдың 3-4 сентябрендә үткәрелгәйне. Фестивалде үткәреү урыны итеп республика осраҡлы ғына һайланманы. Белгестәр мәғлүмәттәренә ярашлы, эре мал һаны һәм һөт етештереү күләмдәре буйынса Башҡортостан илдә беренсе урында тора.