4 декабрь, Йәкшәмбе

02 август 2012 йыл, 13:16

Башҡортостанда Һауа десанты ғәскәрҙәре көнө билдәләнә

автор: Людмила Терновая

Бөгөн Рәсәйҙә Һауа десанты ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Икенсе йыл рәттән Башҡортостанда Һауа десанты ғәскәрҙәре ветерандары байрамды «Хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған Башҡортостанда тыуып үҫкән десантсыларға» һәкәленә сәскәләр һалыуҙан башлай. Мемориал былтыр Өфөнөң «Тулҡын» паркында асылғайны.

— Бына инде икенсе йыл рәттән һәйкәл янында йыйылабыҙ. Йыл һайын десантсылар сафын әрменән ҡайтҡан яңы егеттәр тулыландыра, — тине «Республиканың Һауа десанты ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге отряды ветерандары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе Марат Әҙеһәмов.

Байрам саралары Өфөләге Затон биҫтәһенең «Забельский» аэродромында дауам итә. Ҡунаҡтар өсөн театрлаштырылған тамаша, Эске эштәр министрлығының БР буйынса махсус тәғәйенләнештәге отрядының, спортсы-парашютсыларҙың күрһәтмә сығыштары, шулай уҡ Һауа десанты ғәскәрҙәре ветерандарының ижади коллективтары концерты әҙерләнгән.

Байрамда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 67 йыл тулыуға һәм Рәсәй Һауа десанты ғәскәрҙәрен булдырыуға 82 йыл тулыуға арналған республика автоуҙышында ҡатнашыусыларға «Республиканың Һауа десанты ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге отряды ветерандары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы Советының почет грамоталары тапшырылды.

Республикала бөгөнгө көндә 15 меңгә яҡын Һауа десанты ғәскәрҙәре ветераны иҫәпләнә.