9 декабрь, Йома

02 август 2012 йыл, 12:13

Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы иң яҡшы бизнес-идея эҙләй

автор: Арина Рәхимҡолова

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы бизнес-идеяһы» конкурсын үткәреү хаҡында иғлан итә.

Перспективалы инновацион бизнес-идеяларҙы асыҡлау һәм уларҙы артабан тормошҡа ашырыу сараның төп маҡсаты булып тора, тип билдәләне республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Александр Марьин. Идеяның яңы, үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы, ҡануниәткә ҡаршы килмәгән булыуы шарт.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста юридик шәхестәр, йәғни ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы Башҡортостан Республикаһында һалым органдарында теркәлгән ойошмалар ғына ҡатнаша ала. Шулай уҡ тәҡдим ителгән проекттар төбәктәге экологик хәлгә кире йоғонто яһарға тейеш түгел.

Конкурс нигеҙендә һайлап алыуҙың беренсе этабын үткәндәргә эксперттар советы баһа бирәсәк. Улар араһынан бәйгенең һуңғы этабында еңеүселәр билдәләнәсәк. Иң яҡшы эштәр авторҙарына ойоштороусылар иҫәбенә бизнес-план төҙөүҙә ярҙам күрһәтеләсәк.

Заявкалар 31 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Кәрәкле документтар исемлеге һәм ҡатнашыусы бланкыһы БР Иҡтисади үҫеш министрлығы сайтының «Конкурстар» бүлегендә урынлаштырылған.

Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Өфө ҡалаһы, Туҡаев урамы, 46, 261-се бүлмә адресы йәки (347) 250-41-82 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.