10 декабрь, Шәмбе

02 август 2012 йыл, 11:42

2012 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостан бюджеты 58,9 миллиард һумға тулыланды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан бюджеты килеме буйынса йыллыҡ план 2012 йылдың тәүге алты айы өсөн 57,1 процентҡа үтәлгән. Бюджетҡа 58,9 миллиард һум күләмендә килем килгән. Был хаҡта 1 августа БР Хөкүмәте Президиумы ултырышында республиканың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, һалым һәм һалым булмаған килемдәр килеүҙең үҫеш темптары буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында – 51-се, Волга буйы федераль округында 12-се урындарҙы биләй. Бер йыл элек республика 42-се һәм 5-се урындарҙа ине.

— Республика бюджетына һалым һәм һалым булмаған килемдәр килеүҙең йыллыҡ планы ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында 52,7 процентҡа үтәлде. Был 43,3 миллиард һумға тиң, 2011 йылдың беренсе ярты йыллығы кимәле менән сағыштырғанда был 4,6 миллиард һумға йәки 11,8 процентҡа юғарыраҡ, — тине Рузалия Хисмәтуллина.

Республиканың Финанс министрлығы башлығы һүҙҙәренсә, Башҡортостан бюджетының һалым һәм һалым булмаған килемдәренең күпселек өлөшө йәғни 94,4 проценты ойошмалар табышына һалым, физик шәхестәр табышына һалым, милеккә һалым, шулай уҡ дәүләт милкендә булған мөлкәтте ҡулланыуҙан алынған килемдәр ярҙамында формалаша.