Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

«Сәләмәт Рәсәй» проекттар конкурсы старт алды

Йәмғиәт

III «Сәләмәт Рәсәй» бөтә Рәсәй конкурсы старт алды, уны РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы үткәрә, тип хәбәр ителә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында.

Сәләмәт тормош буйынса проекттар конкурсында ҡатнашыуға коммерцияға ҡараған һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, йәмәғәт берләшмәләре, РФ субъекттарының һәм муниципаль берәмектәрҙең дәүләт учреждениелары, шулай уҡ физик шәхестәр саҡырыла.

Еңеүселәр түбәндәге ете номинацияла билдәләнәсәк: «Иң яҡшы төбәк проекты», «Иң яҡшы муниципаль проект», «Иң яҡшы ауыл проекты», «Иң яҡшы корпоратив проект», «Иң яҡшы йәштәр проекты», «Иң яҡшы медиа-проект», «Сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән берләшмәләрҙе булдырған иң яҡшы интернет-проект». Жюри рәйесе – РФ һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова.

Конкурс үткәреү ҡағиҙәләре һәм этаптары, һайлап алыу критерийҙары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу, заявка тултырыу өсөн рәсми сайтҡа инергә мөмкин. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, конкурста ҡатнашыуға үҙ проекттарын тормошҡа ашырған ойошмалар саҡырыла. Заявкалар 2012 йылдың 16 сентябренә тиклем дауам итә.

Еңеүселәр исемлеге конкурс сайтында 6 ноябрҙә баҫтырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть