4 декабрь, Йәкшәмбе

02 август 2012 йыл, 10:19

Рөстәм Хәмитов Хөкүмәтте республика бюджетын тулыландырыу өҫтөндә әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

1 августа Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт Президиумының 2012 йылдың беренсе ярты йыллығы өсөн бюджет үтәлеше һөҙөмтәләренә арналған ултырышын үткәрҙе. Президент Башҡортостанда һалымдар килеү темптарының түбәнәйеүен, бындай күренештең бөтә ил өсөн хас булыуын билдәләне.

— Әммә беҙҙә билдәле бер үҙенсәлек бар. Атап әйткәндә, табышҡа һалым буйынса. Килеп тыуған хәлгә ентекле анализ яһау мотлаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Уның һүҙҙәренсә, төбәктә төрлө сәбәптәр арҡаһында планлаштырылған табыш ала алмаған эре һалым түләүселәр бар.

— Бөгөн республика бер күрһәткес буйынса ла финанс позицияларын насарайтманы. Әлбиттә, Рәсәйҙәге рейтинг йәһәтенән ҡайһы бер тайпылыуҙар бар, әммә дөйөм алғанда беҙ «плюслы» зонала. Унан да бигерәк, тәүге ярты йыллыҡты республика биш миллиард һумлыҡ профицит менән үтәне. 38,7 миллиард һум тотонолдо, 43,3 миллиард һум алдыҡ. Әммә сығым темптары республикала килем темптарына ҡарағанда юғарыраҡ, шуға күрә йыл аҙағына биш миллиард һумлыҡ дефицит менән сығыуыбыҙ ҙа ихтимал. Быға юл ҡуймаҫҡа кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, бер яҡтан, барыһы ла планға ярашлы үтәлгәнгә күрә тышҡы яҡтан ыңғай хәл күҙәтелә. Икенсе яҡтан, көндән көн сығымдар арта бара: бюджет өлкәһендә эшләүселәргә – эш хаҡы, студенттарға – стипендия, күп балалы ғаиләләргә пособие арттырырға кәрәк.

Өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер участкаларын биреү ҙә мөһим социаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Инженерлыҡ инфраструктураһы менән тәьмин итеү һәм башҡа һорауҙар күп сығымдар талап итә.

Бынан тыш, республикала социаль торлаҡ төҙөү мәсьәләһен дә иҫәптә тоторға кәрәк. Икенсе төрлө әйткәндә, бөгөн социаль бурыстарҙың үҫеш темптары республика бюджетына аҡса килеү темптарынан юғарыраҡ.

— Республика бюджетының социаль сығымдары күп. Бөгөн донъя кимәлендәге иҡтисади тотороҡһоҙ шарттарҙа республикабыҙҙа иҡтисади тотороҡлолоҡ, бюджет өлкәһендәге учреждениеларҙың яҡшы эшләүен тәьмин итеү, граждандарҙы социаль яҡлау системаһын тейешле кимәлдә тотоу зарур. Бының өсөн бюджетты үтәү, предприятиеларҙың яҡшы эшләүе, уларҙың һалымдарҙы ваҡытында түләүе шарт, — тине Башҡортостан Президенты.

Әлеге ваҡытта йән башына иҫәптә учреждениелар һаны буйынса күрһәткестәребеҙ ил буйынса ла, Волга буйы федераль округы буйынса ла уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ. Шулай итеп, 10 мең кешегә Рәсәйҙә бындай 12,5 учреждение тура килһә, Волга буйы федераль округында был һан – 13,5-кә, Башҡортостанда 14-кә тиң.

— Мәҫәлән, мәғариф өлкәһендә хеҙмәткәрҙәрҙең һанын арттырыу айҡанлы беҙҙә 30 проценттан ашыу һөҙөмтәһеҙ сығымдар күҙәтелә. Был яҡынса 5,5 миллиард һумға тиң. Социаль саралар үткәреү, уҡытыусыларға, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу өсөн беҙҙә ресурстар етешмәй. Шул уҡ ваҡытта, төрлө нормативтарға һәм күрһәткестәргә ҡарамай, бихисап ресурстарҙы һөҙөмтәһеҙ ҡулланабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы фекеренсә, бында ике юл бар.

— Йә бурыстарыбыҙҙы кәметәбеҙ, әммә шунда уҡ әйтеп ҡуям, был перспективаһыҙ вариант, йә табышты арттырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Шуға күрә барлыҡ министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренә мөрәжәғәт итәм – табышты арттырыу өҫтөндә эшләгеҙ, йәки әҙерәк аҡсаға, әммә сифат йәһәтенән тейешле кимәлдә республикала етерлек юлдар һәм биналар булдырыу өсөн сығымдарҙы оптималләштерегеҙ, — тип ултырышта ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте республика башлығы.