2 декабрь, Йома

01 август 2012 йыл, 17:54

Инвалид бала тәрбиәләү буйынса пособие һәр бала өсөн түләнәсәк

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостан Хөкүмәте «Инвалид бала тәрбиәләү буйынса пособие билдәләү һәм түләү тәртибе тураһындағы Положениеға үҙгәрештәр индереү хаҡында» ҡарар ҡабул итте.

Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, документҡа ярашлы, ағымдағы йылдың 1 июленән инвалид бала тәрбиәләү буйынса пособие эшләмәгән кеше ҡулында тәрбиәләнгән һәр инвалид балаға билдәләнәсәк һәм түләнәсәк.

Бығаса әлеге пособие (2012 йылдың 1 ғинуарынан ул 532 һум 50 тиң тәшкил итә) тәрбиәләнгән инвалид балаларҙың һанына ҡарамай бер генә тапҡыр бирелә ине.

Пособие түләүгә бәйле барлыҡ һорауҙар менән йәшәү урыны буйынса халыҡты социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә була.