6 декабрь, Шишәмбе

01 август 2012 йыл, 17:11

Төбәктә аҙна эсендә талпан тешләүҙән дүрт кеше зыян күргән

автор: Арина Рәхимҡолова

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән аҙна эсендә республикала йәшәүсе йәнә дүрт кеше вируслы талпан энцефалиты менән сирләгән. Йыл башынан йәмғеһе 24 зарарланыу осрағы теркәлгән.

Дауалау-профилактика учреждениеларына талпандан тешләнгән 16,5 мең кеше мөрәжәғәт иткән, был былтырғы күрһәткестән ике меңдән ашыуға күберәк. Иммуноглобулин профилактикаһы мөрәжәғәт итеүселәрҙең 24,5 процентына, шул иҫәптән 63,7 процент балаға яһалған.

Һуңғы дүрт ай эсендә республика эпидемиологтары йәмғеһе 7055 талпанды тикшергән, шуларҙан 538-е талпан энцефалиты вирусы менән зарарланған.