8 декабрь, Кесе йома

01 август 2012 йыл, 16:40

«Башҡорт энциклопедияһы»ның етенсе томы донъя күрҙе

автор: Алик Шакиров

«Башҡорт энциклопедияһы»ның етенсе, һуңғы томы донъя күрҙе, унда «Ф – Я» хәрефтәренә мәҡәләләр индерелде. «Башҡорт энциклопедияһы» редакцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, етенсе томда 2200-ҙән ашыу мәҡәлә, 545 иллюстрация тупланған. Баҫмала шулай уҡ өҫтәмә мәҡәләләр ҙә бар. Улар иҫәбендә — 307 биографик, 50 аңлатма материал, 45 иллюстрация. Тиражы – 7000 дана. Китап һатыуға сыҡты.