10 декабрь, Шәмбе

01 август 2012 йыл, 16:07

Республикала 46 мең тонна иген культуралары орлоғо һалынған

автор: Арина Рәхимҡолова

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, яҙғы сәсеүгә Башҡортостан аграрийҙары 46 мең тонна орлоҡ һалған, планға ҡарата был 16 процент тәшкил итә.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был эш түбәндәге райондарҙа яҡшы ойошторолған: Бишбүләк, Ейәнсура, Илеш (планға ҡарата 30-шар процент), Көйөргәҙе (43%), Миәкә (31%), Стәрлетамаҡ (53%), Тәтешле (34%) һәм Шаран (31%) райондары.

Шул уҡ ваҡытта страховка фондына әлеге ваҡытта өс мең тонна орлоҡ һалынған, планға ҡарата был алты процентты тәшкил итә. Тәүгеләрҙән булып норманы Мәләүез аграрийҙары үтәгән, улар планға ярашлы 1300 тонна орлоҡ һалған.

Бер үк ваҡытта күсмә фонд да тулылана. Унда әле 17 мең тонна орлоҡ тупланған, йәғни планлаштырылғандың 30 проценты. Асҡын, Бөрйән, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары аграрийҙары был эште тулы күләмдә үтәгән.

Шулай уҡ страховка фондына 563 мең тонна (24%) күп йыллыҡ үләндәр орлоғо һалынған. Башҡортостандың өс районында – Дәүләкән, Ишембай һәм Мәләүездә был йүнәлештә нормалар тулыһынса үтәлгән.