Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Өфөлә иретеп йәбештереүселәр араһында I Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтәсәк

Иҡтисад

Ағымдағы йылдың октябрендә Өфөлә «Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе» номинацияһында беренсе «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтә. Сара «Свартэкс» предприятиеһы базаһында ойошторола.

Эшсе һөнәрҙәренең абруйын арттырыу, шулай уҡ конкурста ҡатнашыусыларҙың ҡаҙаныштарын һәм тәжрибәһен пропагандалау, эшсе һөнәрҙәре буйынса белем алыу һәм эшкә урынлашыу өсөн йәштәрҙе йәлеп итеүгә булышлыҡ итеү бәйгенең төп маҡсаты булып тора, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан баш ҡалаһы хакимиәтенән.

Бөтә Рәсәй финал турында ҡатнашыу өсөн Башҡортостандан иретеп йәбештереүселәрҙең йыйылма командаһын туплау маҡсатында Өфө хакимиәте «Свартэкс» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә 2-3 августа ҡала конкурсын үткәрә. Унда еңеүселәр төбәк конкурсында ҡатнашыуға тәҡдим ителәсәк. Һөҙөмтәләр буйынса бөтә Рәсәй бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн йыйылма команда тупланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть