10 декабрь, Шәмбе

01 август 2012 йыл, 14:12

Хәйбулла районында йәш белгестәр торлаҡ алды

автор: Людмила Терновая

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының мәҙәниәт йортонда урындағы йәш белгестәргә яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырыу тантанаһы үтте. Биш табип, ике педагог һәм бер мәҙәниәт хеҙмәткәре социаль торлаҡ алды, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Һигеҙ фатирлы йорт район бюджеты средстволарына төҙөлгән. Заманса технологиялар һәм Европа стандарттары буйынса төҙөлгән бинала электр йылытыу системаһы эшләй, уның ярҙамында һәр бүлмәлә температураны айырым көйләргә була, йылы түбәнән килә. Стандарт фатирҙарҙың бейеклеге 250 см булһа, яңы йорттарҙа ул 280 см тәшкил итә. Йылы һыу һәр фатирға айырым һыу йылытыу ҡоролмаларынан килә.