5 декабрь, Дүшәмбе

01 август 2012 йыл, 12:56

Башҡортостан Президенты Рәсәй ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов аномаль һауа шарттары айҡанлы ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеүгә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Сараны Волгоград өлкәһенең Иловля ҡасабаһында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.

Кәңәшмәлә Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда иген запастарының торошо хаҡында һөйләне, тип хәбәр иттеләр РФ Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Уның һүҙҙәренсә, 2012 йылда юғалтыуҙар төбәктә 2011 йыл күрһәткестәренә ҡарата яҡынса 40 процент тәшкил итәсәк.

– Былтыр беҙҙә 3,3 миллион тонна иген булғайны. Быйыл ике миллион тонна булмаҡсы, — тине Рөстәм Хәмитов.

Дмитрий Медведев 40 процент юғалтыуҙың бик ҙур һан булыуын билдәләне.

Рөстәм Хәмитов, үҙ сиратында, бының 1,1-1,2 миллион тоннаға тиң булыуы хаҡында әйтте. Ҡышҡылыҡҡа иген етергә тейеш, тип аңлатты Башҡортостан Президенты. Әммә аҙаҡтан төбәктең ниндәй ҙә булһа резервтары ҡалмаясаҡ.

Кәңәшмәлә Рөстәм Хәмитов шулай уҡ төбәктә ауыл хужалығының техник яҡтан тәьмин ителеүе хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, ағымдағы йылда республика 250-300 яңы комбайн һатып аласаҡ. Әле ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға субсидия 40 процент тәшкил итә.

Кәңәшмә аҙағында Дмитрий Медведев, «Хөкүмәт аномаль һауа шарттары булған ваҡытта ғына түгел, ә ғөмүмән Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингән осорҙа ла ауыл хужалығына айырыуса ҙур иғтибар бүлергә бурыслы», тип билдәләне.

Рәсәй Хөкүмәте башлығы фекеренсә, бөгөн баҙарға мониторинг алып барыу мөһим.

– Беҙҙең төбәк етәкселәренең Иҡтисади үҫеш министрлығы, Монополияға ҡаршы хеҙмәт һәм, әлбиттә, илдең Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлде күҙәтеп барыуҙарын теләр инем, — тине Дмитрий Медведев.