5 декабрь, Дүшәмбе

01 август 2012 йыл, 11:50

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 70 йыллығы халыҡ-ара автоуҙыш менән билдәләнәсәк

автор: Людмила Терновая

7-29 августа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлдары буйлап халыҡ-ара автоуҙыш үтә, сара дивизияның 70 йыллығына арнала. Автоуҙышта ҡатнашыусылар – Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге отряд ветерандары, ветерандар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, хәрби-патриотик клубтар курсанттары Һамар – Сызрань – Воронеж – Харьков – Киев – Берлин – Лейпциг – Дрезден – Варшава маршруты буйынса туғыҙ мең километр самаһы юл үтергә планлаштыра.

Автоуҙыш барышында унда ҡатнашыусылар документтар, кино-фотоматериалдар, китаптар һәм данлыҡлы дивизия тураһындағы башҡа публикациялар йыйыуҙы дауам итәсәк.

Украинаның Луганск өлкәһе Петровское ауылында – дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов һәләк булған урында башҡорт атлылары иҫтәлегенә сквер асыу планлаштырыла.