11 декабрь, Йәкшәмбе

01 август 2012 йыл, 10:58

«Мираҫ» ансамбле «Рәсәй төбәктәре марафоны»нда башҡорт милли колоритын күрһәтәсәк

автор: Әлим Фәизов

1 августа «Сочи 2014» мәҙәни олимпиадаһының II «Рәсәй төбәктәре марафоны» проекты программаһы Кемерово өлкәһе, Ҡалмыҡстан һәм Башҡортостан ҡунаҡтарының сығыштарын тәҡдим итәсәк, тип хәбәр иттеләр «Сочи 2014» мәҙәни олимпиадаһы дирекцияһынан.

Проекттың ун икенсе көнө программаһы Кемерово өлкәһенең «Сибирский калейдоскоп» хореография ансамбле концерты менән асыла. Коллектив 1989 йылда Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, ЮНЕСКО ҡарамағындағы Бөтә донъя бейеү советы ағзаһы Виктор Селиверстов менән булдырылған.

Шулай уҡ II «Рәсәй төбәктәре марафоны» проектының ун икенсе көнө программаһында – Ҡалмыҡстандың 2008 йылда булдырылған «Allegro» ансамбленең сығышы.

Программаны Башҡортостандан «Мираҫ» ансамбленең концерт номерҙары тамамлаясаҡ. Бына инде ун йылдан ашыу коллективҡа Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Валерий Степанов етәкселек итә. Уның тырышлығы арҡаһында «Мираҫ» сәнғәте беҙҙә генә түгел, Франция, Испания, Италия, Португалия, Болгария, Венгрия һәм башҡа илдәрҙә лә яҡшы таныш. Төрлө халыҡ-ара фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашып, коллектив һәр ваҡыт жюри ағзаларының юғары баһаһына лайыҡ була һәм тамашасы күңелен арбай.

«Рәсәй төбәктәре марафоны» — «Сочи 2014» мәҙәни олимпиадаһы сиктәрендә иғлан ителгән Музыка йылының төп ваҡиғаларының береһе, быйыл ул бер юлы ике майҙансыҡта – Сочи һәм Лондонда үтә. Илебеҙҙең күп милләтлелеген күрһәтеү сараның төп маҡсаты булып тора. Һәр төбәк исеменән уның үҙенсәлекле мәҙәниәтен һәм традицияларын күрһәткән бер йәки бер нисә коллектив сығыш яһаясаҡ.

«Сочи 2014» мәҙәни олимпиадаһы ваҡиғаларын рәсми сайтта күҙәтеп барырға була.