4 декабрь, Йәкшәмбе

01 август 2012 йыл, 9:40

Республикала муниципаль һайлау кампанияһы старт алды

автор: Марина Шумилова

Башҡортостанда муниципаль һайлау кампанияһы башланды.

Республиканың муниципаль райондарының киң мәғлүмәт сараларында территориаль һайлау комиссияларының һайлауҙар көнөн билдәләү һәм округ һайлау комиссиялары вәкәләттәрен территориаль һайлау комиссияларына йөкмәтеү тураһындағы ҡарарҙары баҫтырылды. Территориаль һайлау комиссиялары ултырыштарында муниципаль райондар Советтарына депутаттар һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса сараларҙың календарь планы раҫланды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 октябрҙә республикала 54 муниципаль район Советтарына депутаттар һайлау үтә. Ошоноң менән бергә Белорет районының 14 ауыл биләмәһенә Советтар һайлау, шулай уҡ бер нисә муниципаль райондың ауыл Советтарына депутаттар һайлау үтәсәк.

темалар: һайлауҙар