8 декабрь, Кесе йома

01 август 2012 йыл, 9:14

Башҡортостандың 76 аграрийы «500 ферма» программаһында ҡатнашыуға заявка биргән

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларынан «500 ферма» республика программаһында ҡатнашыуға 76 заявка ҡабул ителгән. Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы комиссияһы дәғүә итеүселәрҙе һайлап алыуҙы дауам итә.

Шулай итеп, конкурс нигеҙендә һуңғы һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса ҡатнашыусы статусы йәнә ете предприятиеға бирелде: Миәкә районының «Маяҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Стәрлетамаҡ районының «Рощинский» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, Күгәрсен районының «Октябрьское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Тәтешле районының Әмиров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы, Илеш районының «Ағиҙел» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Дүртөйлө районының «Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Шаран районының «Агро-Марс» крәҫтиән (фермер) хужалығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» республика маҡсатлы программаһы республика Хөкүмәте менән апрель аҙағында раҫланғайны. Уны тормошҡа ашырыу кәм тигәндә 500 ауыл хужалығы ойошмаһының тотороҡло эшләүен тәьмин итәсәк.