11 декабрь, Йәкшәмбе

31 июль 2012 йыл, 17:58

Көйөргәҙе районында юҡҡа сыҡҡан ауылға һәйкәл асылды

автор: Мария Выблова, Людмила Терновая

Көйөргәҙе районында Воротыновка ауылына һәйкәл асыу тантанаһы үтте, 1967 йылда ул «перспективаһыҙ ауылдар» исемлегенә индерелгән.

Һәйкәл асыу идеяһы менән Воротыновка ауылында тыуып үҫкән Георгий Фомичев сығыш яһаған. Был башланғыс Күмертау ҡалаһы ҡала округы башлығы Борис Беляев тарафынан хуплау тапҡан. Воротыновка биләмәһе ҡала округы территорияһына ҡарай, шуға күрә хакимиәт сығымдарҙың бер өлөшөн үҙ өҫтөнә алған. Воротыновка мемориалына шефлыҡ итеү Ировка мәктәбенә йөкмәтелгән, ундағы уҡыусылар крайҙы өйрәнеү менән әүҙем шөғөлләнә. 1967 йылда Воротыновка халҡы нәҡ Ировка ауылына күсә.

Һәйкәл кирбестән яһалған, унда дүрт мемориаль таҡтаташ һәм иң башында ҡыҙыл йондоҙ урынлаштырылған. Таҡтаташтарҙың береһендә 1892 йылда ауылға нигеҙ һалыныу хаҡында бәйән ителә. Икенсеһендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған 27 яугир һәм һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтҡан 37 ветеран тураһында мәғлүмәт бар.