7 декабрь, Шаршамбы

31 июль 2012 йыл, 12:50

4 августа Өфөлә Дим районына 125 йыл тулыу билдәләнә

автор: Любовь Колоколова

Шәмбе, 4 августа, Өфөлә Дим районына 125 йыл тулыуға һәм Тимер юлсылар көнөнә арналған байрам саралары үтә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан баш ҡалаһы хакимиәтенән.

«Орион» балалар һәм үҫмерҙәр ижады йортонда 10 сәғәттә бал йәрминкәһе һәм баҡса инвентары күргәҙмә-йәрминкәһе эшләй башлай. Фойела Сергей Сазоновтың эштәренән торған фотокүргәҙмә ойошторола. 11 сәғәттә Дим районының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырыу тантанаһы үтә.

Артабан байрам саралары мәҙәниәт һәм ял паркында дауам итәсәк. Унда волейбол, көрәш һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса төрлө ярыштар ойоштороласаҡ.

Йола буйынса, Тимер юлсылар көнөнә ҡарата иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр тәбрикләнәсәк. Өфөнөң һәм республиканың ижади коллективтары һәм сәхнә оҫталары концерт номерҙары менән сығыш яһаясаҡ.