Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ҡырағай хайуандарҙы аулауға яңы лимит билдәләнде

Йәмғиәт

Башҡортостанда 2012 йылдың 1 авгусынан 2013 йылдың 1 авгусына тиклемге осорға һунар ресурстарын аулауға лимит билдәләнде. Тейешле бойороҡҡа республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, республиканың барлыҡ территорияһында, федераль әһәмиәттәге айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренән тыш, һунарсылыҡ, һәүәҫкәр һәм спорт һунары, ғилми-тикшеренеү һәм мәғариф эшмәкәрлеген алып барыу һәм һунар ресурстары иҫәбен көйләү, шулай уҡ һунар ресурстарын климатлаштырыу, яңы ергә күсереү һәм гибридлаштырыу, һунар ресурстарын ярым ирекле шарттарҙа йәки махсус булдырылған йәшәү мөхитендә аҫрау һәм үрсетеү маҡсатындағы һунар рөхсәт ителде.

2013 йылдың 1 авгусына тиклем һунар ресурстарын аулауҙың максималь лимиты түбәндәгесә: мышы – 803 баштан, ҡоралай – 614, ҡабан – 2901, һоро айыу – 104 һәм бурһыҡ 181 баштан артмаҫҡа тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть