10 декабрь, Шәмбе

31 июль 2012 йыл, 11:35

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты социаль объекттар төҙөү темптарын арттырыуҙы талап итә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Нефтекамала дүрт бала баҡсаһы төҙөлә. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавва ҡалаға эш сәфәре барышында уларҙың береһен төҙөү темптарын ҡаты тәнҡиткә алды. 220 урынға иҫәпләнгән бала баҡсаһын «Башуралэнергострой» холдинг компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөй. Чиновник генераль подрядсыларға ҡыҫҡа сроктарҙа объект төҙөү графигын үҙгәртергә ҡушты.

Ҡаланың ҡалған өс бала баҡсаһы буйынса эштәр графиктарға ярашлы башҡарыла. Әммә объекттар сафҡа индерелгәндән һуң, уларға илтәсәк юлдар мәсьәләһе килеп тыуасаҡ, тине Николай Гавва. Нефтекама хакимиәте был мәсьәләне хәл итеү буйынса тейешле саралар күрергә һүҙ бирҙе.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары 40 фатирлы социаль торлаҡ йорт төҙөү барышын тикшерҙе, уны алдағы йылда тапшырыу планлаштырыла. Торлаҡ өсөн майҙансыҡ инженерлыҡ инфраструктураһы менән тьмин ителгән, төҙөлөш темптары ҡәнәғәтләндерерлек. Был хаҡта БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Бынан тыш, Николай Гавва Саҡмағош ауылында 110 урынға иҫәпләнгән бала баҡсаһын һәм социаль торлаҡ йорт төҙөү барышын тикшерҙе. Был объекттарҙа эштәр графиктан күпкә артҡа ҡалып башҡарыла. Генераль подрядсыларға аҙна аҙағынаса объектты ваҡытында тапшырыу өсөн тейешле саралар күрергә ҡушылды.

Шундай уҡ 110 урынлыҡ бала баҡсаһын ул Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында ҡараны. Бында ла шулай уҡ графиктан артта ҡалыу күҙәтелә, подрядсыларға эштәрҙе тиҙләтергә ҡушылды.