8 декабрь, Кесе йома

31 июль 2012 йыл, 11:05

Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың тыуған көнө билдәләнәсәк

автор: Розалия Вәлиева

Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 132 йыл тулыуға арналған шиғриәт байрамы 1 августа Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда үтә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына М.Ғафури исемендәге мәҙәниәт фонды рәйесе Люциә Камаева хәбәр итте.

Сарала театр актерҙары, Башҡортостан шағирҙары һәм яҙыусылары, шулай уҡ «УФЛИ» әҙәби берләшмә ағзалары ҡатнаша.

Байрамда «Мәжит Ғафуриҙы уҡып» балалар конкурсында еңеүселәр үҙҙәре ижад иткән әҫәрҙәре менән сығыш яһаясаҡ. Сара программаһында – М.Ғафури һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы, уның Матросов паркындағы ҡәберенә барыу, шиғырҙар уҡыу.

Сара 18 сәғәттә башлана.

темалар: Мәжит Ғафури