2 декабрь, Йома

31 июль 2012 йыл, 10:28

Республиканың ике районында күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәр сабып алынған

автор: Галина Бахшиева

Республиканың Нуриман һәм Яңауыл райондарында күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәр сабып алынған. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Нуриман районы хужалыҡтары 6,2 мең тонна бесән, 8 мең тонна сенаж һәм 2,2 мең тонна силос әҙерләгән. Бер шартлы мал башына иҫәптә был 14,3 центнер мал аҙығы берәмегенә тиң.

Үҙ сиратында, Яңауыл аграрийҙары 12,4 мең тонна бесән, 40,6 мең тонна сенаж һәм 11,6 мең тонна силос, йәғни бер шартлы мал башына иҫәптә 26,9 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләгән. Әммә, БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, был һандар әле үҙгәрәсәк, сөнки әлеге ваҡытта был райондарҙа көнбағыш баҫыуҙарында солос әҙерләнә.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 30 июлгә ҡарата төбәктә мал аҙығы культуралары йәмғеһе 871 мең гектар майҙанда (79 процент) сабып алынған.

Әлеге ваҡытта республикала уртаса алғанда бер шартлы мал башына иҫәптә 12,8 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән. Былтырғы запастарҙы иҫәпкә алғанда (6,1 центнер мал аҙығы берәмеге), 2012 йылға планлаштырылған бер шартлы мал башына иҫәптә 29 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнәсәк, тип фаразлай белгестәр.