4 декабрь, Йәкшәмбе

30 июль 2012 йыл, 17:40

БДПУ студенттары Анапала үткән бизнес-фестиваль лауреаттары булды

автор: Арина Рәхимҡолова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Анапала үткән В.Быков исемендәге Бөтә Рәсәй йәштәр бизнес-фестивале лауреаттары булды. Сарала Мәскәү, Красноярск, Силәбе, Екатеринбург, Санкт-Петербург, Барнаул, Кострома ҡалаларынан йәмғеһе 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Фестиваль барышында студенттар үҙҙәренең проекттарын яҡланы, һынауҙар үткәрҙе.

Эш һөҙөмтәләре буйынса үҫеш психологияһы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Людмила Лямина етәкселегендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты делегацияһы бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһын да артта ҡалдырҙы. «Фотомак» проекты иң юғары баһаға лайыҡ булды. Башҡортостан студенттарының икенсе эше өсөнсө урын яуланы. Шулай уҡ университет студенттары «Алмаш» федераль балалар сәләмәтләндереү-белем биреү үҙәгенән Крымск ҡалаһында зыян күргән балаларға ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт хатын алды, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән.