9 декабрь, Йома

30 июль 2012 йыл, 16:22

Башҡортостан вәкилдәре «Гиперборея» халыҡ-ара йәштәр форумында ҡатнашасаҡ

автор: Людмила Терновая

Ағымдағы йылдың июнь айында үткәрелгән «Башҡортостан Республикаһының йәш профсоюз лидеры–2012» республика конкурсында еңеүсе һигеҙ кеше IV «Гиперборея» халыҡ-ара йәштәр форумында ҡатнашасаҡ. Уның сиктәрендә 3-9 августа Петрозаводск ҡалаһынан 17 километр алыҫлыҡта Лососинное күле янында профсоюз йәштәре слеты һәм «Профсоюз лидеры-2012» бөтә Рәсәй йәштәр конкурсы финалы үтә. «Гиперборея» форумында бөтә Рәсәйҙән һәм донъяның 13 иленән 16-30 йәштәрҙәге яҡынса 1000 кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

VIII «Башҡортостан Республикаһының йәш профсоюз лидеры–2012» республика конкурсында еңеүселәр Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы исеменән сығыш яһаясаҡ. Улар араһында – Стәрлетамаҡ төҙөлөш колледжы студенты Леонид Бабоченко, РФ дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереү хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы белгесе Рита Туҡтарова, «Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы» Башҡортостан социаль технологиялар институты вәкилдәре Регина Әминова, Лия Ғәйнетдинова, Артур Сөләймәнов, Диана Чунарева, Екатерина Данилова һәм Александр Дорофеев.

Форумда ҡатнашыусылар өсөн «Яуаплы һайлау» темаһына белем биреү программаһы ҡаралған. «Гиперборея»ла «Йәш сәйәсмәндәр», «Мин — граждан», «Видеотулҡын», «Карелия волонтерҙарының йыйылма командаһы», «Йәштәр эшҡыуарлығы», «Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы мәктәбе» һәм башҡа бик күп майҙансыҡтар, шулай уҡ «Дуҫлыҡ күперҙәре» халыҡ-ара майҙансығы эшләйәсәк.